-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 12:10

Вахтовик аҡсаһын урлатҡан

Эш көнөнән һуң ир таныштары менән кәйеф-сафа ҡорған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Учалы районындағы полиция бүлегенә урындағы уҙаман мөрәжәғәт иткән һәм банк картаһынан 50 мең һум аҡсаһы юғалыуын белдергән.
Был ваҡиға алдынан 26 йәшлек ирҙең күрше Силәбе өлкәһе биләмәһендә булыуы мәғлүм. Ул унда вахта ысулы менән эшләй икән. Эш көнөнән һуң ир таныштары менән кәйеф-сафа ҡорорға юлланған. Спиртлы эсемлектәр йылға булып аҡҡан, ә иртәгәһенә ир картаһынан 50 мең һум аҡсаһы юғалыуын асыҡлаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары уҙғарғандан һуң 22 йәшлек Белорет районы кешеһен тотҡан.
Асыҡланыуынса, аҡсаһын юғалтыусы вахтасы менән улар бергә спиртлы эсемлектәр ҡулланған. Ҡыҙып алғас, был егет 26 йәшлек Учалы уҙаманынан смартфонын алып торған, йәнәһе, социаль селтәрҙәге шәхси битен тикшерергә кәрәк. Әммә ул сит кеше гаджеты ярҙамында “ҡара эш”ен башҡарған: телефон ярҙамында Учалы уҙаманының аҡсаһын таныш ҡатынға күсергән, унан гаджетты кире хужаһына ҡайтарған. Артабан 50 мең һумды ҡулаҡсаға әйләндереп алған да, шәхси мәнфәғәтәрендә файҙаланған.
Уғрыға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бына шулай, теләһә ҡайҙа теләһә кем менән кәйеф-сафа ҡороу йүнле хәл менән бөтмәгәнлекте, ауыр эштә тапҡан хәләл аҡсаны елгә осороу бер ни тормағанлыҡты тағы берҙе иҫбатлай был ваҡиға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Фото: gp.by/upload
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: