Башҡортостанда Эстетика йылы эмблемаһы раҫланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2020 йыл Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Эмблеманың иң яҡшы макетына тауыш биреү ойошторолдо.
Тауыш биреүҙә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ун вариант тәҡдим ителде.
Шулай итеп, Эстетика йылына әҙерлек этабы тамамланды. Муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары булдырылды, саралар планы әҙерләнде, «Таҙалыҡ көндәре» билдәләнде. Муниципаль берәмектәр газондарҙы, тротуарҙарҙы, яҡтыртыуҙы, ҡоймаларҙы тикшереп сыҡты һәм ошо йүнәлештәр буйынса кәрәкле ресурстар күләмен билдәләне.
Мониторинг буйынса, Башҡортостан Республикаһында 4 меңгә яҡын тораҡ пункт иҫәпләнә, үҙәк урамдарҙың һәм ҡыҙыл һыҙаттарҙың дөйөм оҙонлоғо – 52 мең саҡрым. Ревизия йомғаҡтары буйынса 587 саҡрым ҡоймаға, 3 мең квадрат километр газонға ремонт талап ителеүе асыҡланды.
«Ҡалаларҙы һәм райондарҙы тәүге контроль датаға – 9 майға әҙерләү өсөн ни бары ике ай ярым ваҡыт ҡалды. Биләмәләрҙе ҡарҙан, сүп-сарҙан, ауған ағастарҙан таҙартырға, техниканы һәм кәрәкле материалдарҙы әҙерләргә кәрәк», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.