0 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 13:10
Февралдең ҡалған көндәре нисек булыр?
Ялға табан бер аҙ йылытыр
Республикала көн һыуыта. Әммә оҙаҡҡа түгел.
Һауа торошо, ниһайәт, ҡышҡа тарта башланы. Ә бит 17 көндән яҙ етә.
Был аҙна барышында бер аҙ ҡар яуһа, йәш ҡар һыуығын тиҙ тойорһоғоҙ. Температура төндә 22 градусҡаса һыуытыр, көндөҙ 10 тирәһе булыр.
Ялға табан бер аҙ йылытыр. Көндөҙ – 5, – 7-нән дә түбәнәймәҫ кеүек. Ялдан һуң тағы ла йылытыңҡырар. Хатта урыны менән +1 градус булыуы ихтимал.
18 – 21 февралгәсә ҡар ҙа яуып алыр. Ҡояш болот артындараҡ йөрөр.
Байрам көндәрендә (22, 23, 24) һыуытып ебәрер. Көндөҙ 10 градусҡа тиклем һыуытһа, төнөн 15-кәсә төшөр.
Унан инде мартҡа ла күп ҡалмай. Уныһы ла сюрпризлы булыр әле. Мартта шарт та март, тигән әйтем юҡҡа түгел ул. Их, мин февраль булһам, һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем, тигән тиме әле ул март? Буранай Шаҡайҙан арттырып ебәрмәһен...
Фото: Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
"Йәшлек" гәзите
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы