+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 11:30

Ҡот осҡос хәл

Сабый шәбәйеп, аяҡҡа баҫыр тип ышанайыҡ.

Мәләүездәге ҡот осҡос хәл тураһында яҙғайныҡ инде. Ике йәшлек бала 25 градуслыҡ һыуыҡта өҫкө кейемһеҙ тышта көрттә ятып саҡ туңып үлмәне. Ә был ваҡытта уның әсәһе күршеләрендә эсеп йөрөгән. Әлеге ваҡытта бала ауыр хәлдә дауаханала, шулай ҙа ул команан сыҡҡан тиҙәр.
Малайҙың олатаһы был хәл буйынса “Уфа1” баҫмаһы журналистары менән аралашҡан һәм үҙ фекерен белдергән. Ир баланы опекаға алырға йыйына икән.
- Мин беләм, ул төндө Ләйсән өйҙә булмаған. Ул өйҙәше менән күршеләренә эсергә киткән. Бала төндә уянған һәм әсәһен эҙләп сығып киткән. Ул колготки менән футболкала тышҡа сыҡҡан, ә унда ниндәй һалҡын. Ләйсәндең яуапһыҙ икәнлеген һәр ваҡыт белә инем, - ти баланың олатаһы Сәлих.
Уның улы Азат әле төрмәлә ултыра. Ир белдереүнсә, ул ике йыл ултырған, тағы бер йыл ҡалған.
- Рәсми рәүештә улар никахта булһа ла, Ләйсән хыянат итә, эсә. Уға балаһы кәрәкмәй. Минең улым менән ятаҡта йәшәгән саҡта ул улын әсәһенә ҡалдыра ла, эсергә китә ине, - ти ир.
Сәлих себерҙә эшләй, әгәр рөхсәт булһа ейәнен опекаға алырға йыйына.
- Табиптар баланы шәбәйер тип ышана. Уны Өфөгә алып киттеләр. Мин уның артабан әсәһе менән ҡалыуын теләмәйем, - ти олатаһы.
Әле баланың әсәһенә ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сабый шәбәйеп, аяҡҡа баҫыр тип ышанайыҡ.
Фото: Уфа1
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: