Әлеге ваҡытта бинала эштәр тамамланыу өҫтөндә. 25 метрлы бассейндан тыш унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини футбол уйнау мөмкинлеге булған спортзал да була. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Әлшәй районына эш сәфәре ваҡытында комплекс тәү сиратта балалар мәнфәғәте өсөн ҡулланылырға тейешлеген билдәләне, малайҙр һәм ҡыҙҙарҙың йөҙөү һәләтен үҫтерергә кәрәк, тине. Балалар һәм мәктәп уҡыусыларына комплекста секция һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү бушлай буласаҡ. Оло быуындың да ҡыҙыҡһыныу кимәле юғары булыуына өмөтләнәбеҙ, тип белдерҙе Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.