+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 14:10

Водителдең, бигерәк тә ҡышҡы юлда, тиҙ генә туҡтай алмауын иҫтән сығармағыҙ!

Йәйәүлене абайламай ҡала

Кисә Баҡалы районында теркәлгән юл фажиғәһендә пенсионер ҡатындың ғүмере өҙөлә.
Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автоюлының 106-сы километрында 32 йәшлек водитель “Шевроле Нива" автомобилендә юл аша сығып барған гражданды бәрҙерә. Тикшереүҙәр асыҡлауынса, ҡатын юлдың рөхсәт ителмәгән урынынан сығырға уйлай. Водитель аңлатыуынса, һәләк булыусы фликерһыҙ, ҡара төҫлө кейемдә була - ошо сәбәпле ул йәйәүлене күрмәй ҡала, етмәһә ҡараңғы була.
ЮХХДИ йәйәүлеләрҙе юл ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтергә саҡыра һәм түбәндәге кәңәштәрен бирә:
-Йәйәүлеләр тротуарҙан һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан ғына барырға тейеш. Тротуар булмаһа, юлдың машина хәрәкәтенә ҡаршы яҡ ситенән атларға рөхсәт ителә;
-Машиналар йөрөй торған юл ситенән тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәйәү барғандарҙа яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булыуы мөһим. Был ысул һәләкәт ҡурҡынысын 65 процентҡа кәметә;
-Юл аша сыҡҡанда светофорҙың йәшел уты янһа ла, тағы бер ҡат тирә-яғығыҙға ҡарап алығыҙ, һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ;
- Юлда барғанда телефонға текәлеү, смс-хәбәрҙәр яҙып барыу ҡурҡыныс тыуҙыра. Водителдең, бигерәк тә ҡышҡы юлда, тиҙ генә туҡтай алмауын иҫтән сығармағыҙ;
- Юлда наушник кейеп йөрөү зыянлы. Кеше был ваҡытта бер нәмә ишетмәй.
Фото: ЮХХДИ
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: