Медицина белгестәренең республика буйынса күсмә бригадалары эшмәкәрлеге менән өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Елена Ғәлимуллина таныштырҙы.
– Былтыр ноябрҙә республиканың медицина ойошмалары белгестәре район һәм ҡалаларға сығып эшләне. Һөҙөмтәлә, 3374 кеше ҡабул ителгән, уларҙың 823-ө өҫтәмә тикшерелеүҙәргә ебәрелгән, 159 кеше стационар шарттарҙа дауаланыуға оҙатылған, 121-е юғары технологиялы медицина ярҙамы аласаҡ, 103 кешенең диагнозы раҫланған, – тине ул.