-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 13:20

Республикала йәшәүселәр үҙҙәренең герой ата-бабалары хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерә ала

17 февралдән 31 майға тиклем ҡабул итәләр.

Башҡортостанда йәшәүселәр күләмле «Хәтер юлы» проектында ҡатнаша ала. Уның партнерҙарының береһе – Рәсәй почтаһы.
17 февралдән 31 майға тиклем республиканың почта бүлексәләрендә сканерлау һәм проекттың рәсми сайтына ҡуйыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фотоһүрәттәрен ҡабул итәләр.
«Фотоһүрәттәрҙе сканерлау һәм берҙәм мәғлүмәттәр базаһында баҫтырып сығарыу өсөн республиканың федераль почта элемтәһе идаралығына тапшыралар, ә аҙаҡтан хужаларына кире ҡайтаралар», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Бынан тыш, элемтә бүлексәләрендә QR-код менән «Хәтер юлы» проекты тураһында мәғлүмәт материалдары урынлаштырыла. Уның ярҙамында фотоны проекттың мәғлүмәттәр базаһына үҙ аллы ҡуйырға мөмкин.
Читайте нас: