-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 22:50

Йәнә мутлашыусылар асыҡланды

Белдереү ҡағыҙы ҡуйыла

Улар автомобиль хужаһына машинаһын рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырылыуы тураһында белдереү ҡағыҙы ҡуйып китә. Бындай осраҡтар Черниковка биҫтәһенең Колхоз баҙары янында йышайған.
Ҡағыҙҙа автомобиль хужаһының парковка тәртибен боҙоуы фотоһүрәттә теркәлеүе тураһында яҙылған. Мутлашыусылар ике көн эсендә күрһәтелгән банк картаһына 500 һум күсереүҙе талап итә. Юғиһә, фотолар тейешле урынға юллана, ул саҡта штрафты тулыһынса – 5 мең һум итеп түләргә тура килә, тип ҡурҡыталар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге Дәүләт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, фотокамераларға эләккән машиналарҙың хужаһы хәбәрҙе почта аша ала. Квитанцияның ялған булыуында шикләнгән осраҡта, уны “Дәүләт хеҙмәттәре ” порталында тикшерергә мөмкин.
Читайте нас: