+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 19:40

Ялған аҡсалар табыла

5000 һумлыҡ ялған банкноттар

Иң күбе Октябрьский ҡалаһында табылған.
Өфө, Туймазы Һәм Стәрлетамаҡта асыҡланған ялған аҡсалар араһында юғары сифатлы ҡоролмала баҫылған 5000 һумлыҡ ялған банкноттар тәшкил итә.
Әгәр һеҙҙә купюрала ялған аҡса билдәләре булыуына шик тыуһа:
уны алыуҙан баш тартмайынса ваҡытты һуҙығыҙ, ә был арала ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртығыҙ (тревога кнопкаһын файҙаланып, телефон буйынса);
ялған аҡса биргән кешенең билдәләрен (кейемен, автомобиль номерын һәм ҡайһы яҡҡа китеүен) иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ, һаҡ хеҙмәте булған осраҡта, уны ҡулға алыу сараһын күрегеҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: