Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға был мәсьәләне контролгә алыу ҡушылған. Хәүефле урындарға тоҙ һәм ҡом ҡушылмаһы һибеләсәк, ҡар таҙартыуға бар көстәр йүнәлтелә, мөмкинлек булған урындарҙа махсус техника ҡулланыла. Йорт ҡыйыҡтарындағы боҙбармаҡтар тураһында 112 дөйөм телефоны буйынса хәбәр итергә була.