+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 11:30

Хаж ҡыла алмағандар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ

Совет беҙҙең Диниә назаратына өҫтәмә квоталар бирҙе

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федерация Советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы хаж эштәре буйынса вәкил Ильяс Умаханов менән осрашты. 2020 йылда ойоштороласаҡ хаж мәсьәләләре буйынса Советтың эш кәңәшмәһе баш ҡалабыҙҙа үтте.
Етәкселәр Башҡортостан мосолмандары өсөн изге сәфәрҙе ойоштороуҙың төрлө яҡтарын тикшерҙе. Шул иҫәптән 2018 йылда "алданған" хаж ҡылыусылар мәсьәләһе лә ҡаралды.
"Радий Хәбировҡа Совет ултырышын үткәрергә Өфөгә саҡырғаны өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Ильяс Умаханов. – 2020 йылдан Рәсәй хаж ҡылыу өсөн өҫтәмә биш мең урын аласаҡ. Был илебеҙҙең күп һанлы мосолмандарының теләген тулыраҡ тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ултырыштың мөһим өлөшө Башҡортостанға һәм төбәктең Диниә назаратына өҫтәмә квоталар биреү мәсьәләһенә арналды. Был бурысты уңышлы хәл иттек һәм быйылдан хаж ҡылыусылар артасаҡ. Улар араһында элек "алданған"дар ҙа булыр тип ышанам. Беҙ ул кешеләр алдында бурыслы, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында был мәсьәлә хәл ителһә, бик яҡшы булыр ине".
Радий Хәбиров үҙ сиратында Ильяс Умахановҡа рәхмәт белдерҙе.
"Илебеҙ төбәктәренең күп һанлы рухи лидерҙарының Өфөлә йыйылыуы - беҙҙең өсөн мәртәбә. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек беҙҙә “алданған хаж ҡылыусылар” барлыҡҡа килде. Улар бар шарттарҙы теүәл үтәһә лә, насар уйлы кешеләр эшмәкәрлегенә бәйле ниәт иткәнен башҡара алманылар. Ильяс Умахановтың тырышлығы арҡаһында Совет беҙҙең Диниә назаратына өҫтәмә квоталар бирҙе. Һәм быйыл был кешеләр тәүгеләрҙән булып ғибәҙәт ҡылырға юлланасаҡ", - тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: