+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2020, 03:40

Бешеп етмәгән ит ашау ғүмер өсөн хәүефле

Һәр кемгә үҙ сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыу мөһим

Кисә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына йыйылыусылар быны үҙ күҙҙәре менән күрә алды. Илдең бауырға операция яһау буйынса иң тәжрибәле хирургтары яңы технологиялар менән әмәлиәт үткәрҙе.
Операцияға ятыусы пациенттың бауырында альвеококкоз. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡатмарлы әмәлиәт тәнде ҡырҡмай ғына яһала.
Ауырыу сей йәки бешеп етмәгән ит ашауҙан барлыҡҡа килә. Хайуандарҙағы паразиттар кеше организмына күсә һәм үрсей. Тәүҙә бауырҙа шеш барлыҡҡа килә һәм метастазалары мейелә, һөйәктәрҙә, бөйөрҙә һәм башҡа органдарҙа барлыҡҡа килә. Күп осраҡта ул бауырға ультратауыш тикшереүе үткәргәндә асыҡлана. Дауаламағанда кешенең ғүмере өҙөлөү ҡурҡынысы бар.
Эдуард Ғәлләмов, Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты дөйөм хирургия кафедраһы мөдире: “Һауығырға ышаныс бар. Сөнки бауырҙың паразиттар менән зарарланған өлөшөн ҡырҡып ташлайбыҙ. Ә ҡалған бауыр үҫә. Лапроскопия ысулы менән эшләйбеҙ, шуға пациентҡа төҙәлеүе еңелерәк тә буласаҡ”.
Клиниканың тағы бер операция бүлмәһендә лә иң тәжрибәле хирургтар бауыры зарарланған ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Был инде асыҡ ысул менән яһалғаны.
Хирургтарҙың һәр хәрәкәтен лекция залында табиптар, студенттар күҙәтте. Бауырға операция буйынса оҫталыҡ дәресен ҡарарға республика төбәктәренән дә килгәндәр.
Табиптар әйтеүенсә, альвеококкоз, эхинококкоз кеүек сирҙәр беҙҙең төбәктә киң таралған. Уларҙы дауалауҙа медицинала яңынан-яңы ысулдар уйлап табыла. Әммә тағы бер ябай ғына ҡағиҙәне онотмаҫҡа. Һәр кемгә үҙ сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыу мөһим. Сөнки ҡатмарлы һәм ҡурҡыныс сир тәбиғәттә ҡайнатмай һыу эсеүҙән дә барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Читайте нас: