Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөҙ республикала ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел ваҡыты менән үҙгәреүсән, көслө түгел. Көндөҙ -4, -9 градус, урыны менән - 0.
Башҡортостанда алдағы өс көндә йылытасаҡ. Дүшәмбе, 17 февралдә, бер аҙ аҡ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса. Термометр бағаналары төндә -16, -21 градусты күрһәтәсәк, урыны менән -8, -13, көндөҙ -3, -8 булыр тип күҙаллана.
Шишәмбе, 18 февралдә, көндөҙ епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән хатта ямғыр менән бергә. Электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар һырынтылары ятасаҡ. Был көндә боҙлауыҡ булыр тип фаразлана - юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса, ҡайһы бер урындарҙа көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы -5, -10, көндөҙ +1, -4 градус буласаҡ.