0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 14:30

Алдағы көндәргә һауа торошо

Епшек ҡар

Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк сайты хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 17 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4,-9 градус, урыны менән 0-гә тиклем.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шишәмбе, 18 февралдә, төндә ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы, көндөҙ епшек ҡар көтөлә. Айырым райондарҙа буран, тайғаҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа көрт. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -5,-10, көньяҡ-көнсығышта -15 градусҡаса, көндөҙ +1,-4.
Читайте нас: