-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 19:40

Электрон әйләнешкә күсергә ваҡыт

Медицина анализдары һөҙөмтәһен электрон почта аша алырға

1 июлдән алып Башҡортостан Социаль страховка фонды аҡсаһын туранан-тура түләүгә күсәсәк. Пособие страховкаланған эшләгән граждандарҙың шәхси банк иҫәбенә күсереләсәк. Был турала оператив кәңәшмәлә Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе идарасаһы Марат Латипов һөйләне.
Шулай итеп, эшләгән граждандарға бәйле ҡануниәт нигеҙендә, фондтың төбәк бүлексәһенең дөйөм 16 миллиард һумлыҡ сығымдарының 13 миллиард һумы туранан-тура түләү сифатында йүнәлтеләсәк. Йыл һайын уны бер миллиондан ашыу кеше ала аласаҡ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бөгөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының яртыһынан күбеһе электрон рәүештә бирелә. Әммә эш биреүселәрҙең бөтәһе лә ошоға тиклем электрон хеҙмәттәшлеккә күсмәгән.
– Бөтә документтар әйләнешен дә ҡағыҙҙан электрон рәүешкә күсерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Кешеләр медицина анализдары һөҙөмтәһен электрон почта аша алырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: