0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 16:40

Радий Хәбиров чиновниктарға кеҫә телефондарын тартып алыу менән янаны

Тәүҙә үҙегеҙҙән башлағыҙ

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡул аҫтындағыларға «һәр ваҡыт телефонда ултырған» өсөн киҫәтеү яһаны һәм эш ваҡытында уларҙан мобиль ҡоролмаларын тартып алырға тәҡдим итте.
«Беҙ Мәғариф министрлығы менән дәрес ваҡытында уҡыусыларҙан кеҫә телефондарын алып тороуҙы тикшерәбеҙ. Хәҙер был проектты хөкүмәттән һәм һеҙҙән башларға уйлайым, — тип билдәләне республика башлығы. — Ни өсөн бында киләһегеҙ? Һәр саҡ телефонда ултыраһығыҙ. Беҙ тура эфирҙа, ә һеҙ башығыҙҙы эйеп, шунда ултыраһығыҙ. Белмәйем, нимәне шул тиклем мауығып ҡарайһығыҙҙыр унда. Был осраҡта бында килмәгеҙ, миңә йыһаз кәрәкмәй. Етди иҫкәртеү яһайым. Мине ишеткәнһегеҙҙер тип уйлайым. Беҙ балаларҙы сикләргә тырышабыҙ, тәүҙә үҙегеҙҙән башлағыҙ».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: