Сит илдәрҙә билдәле фриганизм Рәсәйҙә лә киң тарала башлаған. Фригандар ашауға аҡса тотонмай, улар ризыҡты сүплектән эҙләй.
Аҡсалары булмағанлыҡтан да түгел, ә донъяға ҡараштары үҙенсәлекле уларҙың. Асарбаҡтарҙан, хәйерселәрҙән айырмалы, бындай кешеләр тәү сиратта идеяға таянып, буш аҙыҡ-түлек табып булғанда нимәгә аҡса әрәм итеп торорға, тип иҫәпләй. Уларҙың маҡсаты аҡса экономиялау менән бер рәттән, күп нәмәнең әрәм-шәрәм булып ятыуын күрһәтеү. Дөйөм планетала кеше иҫәпсел тотонһа, ресурстар барса халыҡтың мәнфәғәтенә етер ине, тигән ҡарашта улар.
Бындай йәшәү рәүешен һайлаусылар Өфөлә лә бар икән. Улар магазиндар янында торған сүп һауыттарынан аҙыҡ-түлек, ваҡ-төйәк әйбер табып кинәнә. Тик шуныһы, һуңғы ваҡытта ҡайһы бер магазиндар сүп контейнерҙарын бикләп ҡуя башлаған, был ҡыйынлыҡ тыуҙыра, ти фригандар.
Өфөнән Сергей Авдеев фриганлыҡҡа ике йыл элек килгән, сүплектә яңы ғына срогы сыҡҡан икмәк, емеш-еләк, һөт ризыҡтары табам, ти. Шулай уҡ кешеләр ҙә кейерлек кейем-һалым, яҡшы ғына мебель, китаптар сығара - былар ҙа бик ярап ҡала, тип билдәләй ул. Вера исемле ҡыҙ ҙа был шөғөлдө һайлаған.Шулай ҙа срогы сыҡҡан аҙыҡты ашап, һаулыҡтары бөтһә, ни эшләрҙәр?..