0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 19:45

Һөт ризыҡтары йәнә магазин кәштәһендә!

Эштәр көйләнә башлаған

Төрлө ауырлыҡтар булыу сәбәпле, Миәкә һөт заводы ғинуарҙа эшмәкәрлеген туҡтатып торғайны. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заводтың хәле менән ҡыҙыҡһынды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, эштәр көйләнә башлаған.
– Бөгөн улар тәүлегенә алты-ете тонна һөт эшкәртә. Заводтың “Белое облако” бренды аҫтында сыҡҡан ризыҡтары 150 магазинда һатыла башланы. Был аҙнала улар федераль сауҙа селтәрҙәре кәштәләренә лә барып етәсәк, – тине ул.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яңы инвестор, урындағы эшҡыуар, “Миәкә” предприятиеһы етәксеһе Рәлис Мәхийәнов заводтың булған бурысын ҡаплаған.
– Апрелдә заводты яңыртыу һәм яңы һөт фермаһы төҙөү буйынса инвестиция проекты тәҡдим ителәсәк, – тине Илшат Фәзрахманов.
Планға ярашлы, заводта йылына 30 мең тонна һөт етештереләсәк. Яңы инвестор “Инвестиция сәғәте” барышында 150 миллион һумлыҡ льготалы кредит алыуҙа ярҙам һорағайны. Был аҡса яңы һөт алыу һәм предприятиены эшкә ҡушыу өсөн кәрәк. Өс йылға бүлеп түләү шарты менән Төбәк фонды – дәүләт инвестиция компанияһы тарафынан займ бирелеү мәсьәләһе ҡарала.
Фото: echomskufa.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: