Күптән түгел Белорет районының Үҙәнбаш ауылы янында автомобиль юлдан ситкә оса.
Бәхеткә күрә, машина бер нисә тапҡыр әйләнһә лә, ҡурҡыуҙарын иҫәпкә алмағанда, салондағылар зыян күрмәй. Хатта "тимер ат" тәгәрмәстәренә кире ултыра.
Өфөнән был ғаилә Баймаҡ ҡалаһына юбилейға ҡайтып барған, водитель ашығыуын таныған.
Иң хафаға һалғаны шул: алыҫтан машинаның күренеүенә, улай ғына ла түгел, бәләгә тарығандарҙың ярҙам һорауына ҡарамаҫтан, бер водитель дә туҡтамай.
Төңөлөү сигенә еткәндә генә иномаркалағы берәү ярҙамға ашыға.
Уның, таксист Вәхит Сөләймәновтың, әйтеүенсә, һәр беребеҙҙең ошондай ауыр хәлдә ҡалыуыбыҙ ихтимал, берәү ҙә алда ни булырын белмәй.
Бер-беребеҙгә теләктәш, миһырбанлы, иғтибарлы булһаҡ ине.