+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 14:40

Һәр кем белергә тейеш

3-сө башҡорт гимназия-интернатында туған телде өйрәнеүгә тейешле иғтибар бирелә

2020 йыл республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде
Беҙҙең районда белем биреү учреждениелары эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше - дәүләт телдәрен һәм туған телде уҡытыуҙы ойоштороу. Уҡытыусылар был йәһәттән практик семинарҙар, асыҡ дәрестәр үткәрә, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша.
Туған телдәр буйынса район методик берекмәһе етәксеһе Венера Рәжәп ҡыҙы Әхмәҙуллина билдәләүенсә, 3-сө башҡорт гимназия-интернатында туған телде өйрәнеүгә тейешле иғтибар бирелә. Уҡыу кабинеттары йыһазландырылған, уларҙа уҡыусылар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Конкурстар, класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, кластан тыш эштәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтары – мәктәптә үткәрелгән бөтә ошо саралар телде өйрәнгәндә ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Шуға 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының төбәк-ара олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе һис тә ғәжәп түгел.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Т.Р. Гәрәева һәм Ф.Н. Ғәлина оҙаҡ йылдар дауамында төрлө кимәлдәге олимпиадалар призерҙары әҙерләй. Быйыл һигеҙенсе класс уҡыусылары К. Һағынбаева, А. Усманова призер булған, ун беренсе класс уҡыусыһы Р. Ғәлиеваға юғары күрһәткестәре өсөн БДПУ-ның махсус призы тапшырылған, ә туғыҙынсы класс уҡыусыһы К. Шафиҡова Ишембай ҡалаһында үткән «Вәлидов уҡыуҙары»нда өсөнсө дәрәжә диплом алған.
Әйтергә кәрәк, 3-сө башҡорт гимназия-интернаты киң мәғлүмәт саралары менән дә тығыҙ бәйләнеш тота. Был белем биреү учреждениеһы уҡыусылары беҙҙең редакция тарафынан иғлан ителгән конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе тип иғлан ителде.
Бынан тыш, дәүләт телдәрен һәм туған телде үҫтереү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә гимназия-интернат «Тамыр селтәре» мәктәп телестудиялары селтәренә инде. В.Р. Әхмәҙуллина етәкселегендә балалар ярты йыл дауамында интенсив-тренингтарҙа, мастер-кластарҙа, ток-шоуҙа ҡатнаша, үҙҙәренең контентын төшөрә. Уларҙың видеороликтары һәм сюжеттары «Тамыр» һәм БСТ телеканалдарында күрһәтелә. Мәктәп телестудиялары эшендә әүҙмлек күрһәткәндәре өсөн етәксе В.Р. Әхмәҙуллина телеканалдың рәхмәт хатына, ә ҡатнашыусылар махсус призға лайыҡ булған. Апрель айында йәш тележурналистарҙың эше тураһында махсус репортаж төшөрөләсәк.
Уңышлы эш һөҙөмтәләре гимназистарҙың үҙҙәрен генә түгел, уларҙың етәкселәрен дә ҡыуандыра. Был район өсөн дә ғорурлыҡ.
Читайте нас: