-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 01:00

Юл хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде

Юлдарҙа авария осраҡтары артҡан

Әлеге ваҡытта төбәгебеҙҙәге ҡарлы-буранлы һауа торошона бәйле Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында автомобиль хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелде. Водителдәргә транспорт сараһын ҡуйыу һәм төндө үткәреү өсөн Белорет, Сәрмән, Межгорье, Инйәр, Архангелдә туҡталҡалар тәҡдим ителә. Сикләү таңғы алтыға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Көслө ҡар, һырынтылар арҡаһында юлдарҙа авария осраҡтары артҡан. Бөгөн киске сәғәт етелә Ҡырмыҫҡалы районында Р-240 (Өфө – Ырымбур) трассаһында үлемесле авария теркәлгән. "Фольксваген поло" автомобиле йөк машинаһы менән бәрелешкән, һөҙөмтәлә ике кеше һәләк булған. Һәләкәттең сәбәптәре асыҡлана.
Ҡараңғы мәл булыуға ҡарамаҫтан, республика юлдарында эштәр дауам итә, ҡарҙан таҙартыу өсөн 1335 техника йәлеп ителгән. Уларҙың 255-е – федераль әһәмиәттәге трассаларҙа, 766-һы төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа эшләй. Баш ҡала эсендәге юлдарҙы 314 берәмек техника таҙартыу менән мәшғүл.
Фото: bash.news
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: