+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 15:00

Бур ҡыҙҙарҙы тотҡандар!

Улар башҡа төбәктәрҙә лә урлашып йөрөгән

Өфөлә урлашып йөрөп, видеокамераларға эләккән ҡыҙҙарҙы Төмән ҡалаһында ҡулға алғандар.
Ғинуар аҙағында РФ Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының дежур частәренә бер нисә кеше ғариза яҙа. Бурҙарҙан зыян күреүселәрҙең һүҙе буйынса, ике ят ҡыҙ подъезд янында мәктәп уҡыусыларын көтөп алып, беҙ ата-әсәйегеҙҙең танышы, бурысҡа алған аҡсаны килтерҙек, тип балаларҙы алдап, фатирға ингән. Ҡыҙҙарҙың береһе баланы әүрәткән арала, икенсеһе аҡса һәм алтын биҙәүестәрҙе урлай.
Тәфтишселәрҙең версияһы буйынса, "гастролершалар"ҙың Өфөләге ошондай өс енәйәткә ҡағылышы бар. Улар 500 мең һумдан ашыуыраҡ сумманы урлаған.
Ҡулға алынған бурбикәләр Новосибирск ҡалаһынан. Береһенә 23 йәш, икенсеһенә - 24 (ул законды боҙғаны өсөн язаға тарттырылған булған).
Улар илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә ошолай уҡ урлашып йөрөгәнгә оҡшаған.
Урлаған биҙәүестәрҙе осраҡлы кешеләргә һатҡандар (урланғандың бер өлөшөн һатып өлгөрмәгәндәр).
Әлеге ваҡытта улар һаҡ аҫтында.
Фото: ЭЭМ БР буйынса сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: