23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө – етеп килә. Шуға көслө зат вәкилдәренә – ирегеҙгә, ағай-ҡустылырығыҙға, ҡайнығыҙға, дуҫтарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә – байрам айҡанлы бүләк алғанда түбәндәгеләргә иғтибар итеү ҡамасау булмаҫ.
Төрлө ырым-ышаныуҙарға иғтибар итһәң, бүләктәрҙең дә уңыш килтергәндәре бар тикән. Бынан тыш, уларҙың бөтөнләй бүләк булараҡ бирергә ярамағандары хаҡында ла оноторға ярамай. Мәҫәлән, көслө зат вәкиленә бумажник йәки күлдәк бүләк итергә мөмкин. Тик уларҙы туғандарығыҙға йәки дуҫтарығыҙға биреү яҡшы. Тик бына портмонеға аҡса йәки берәй талсым, бетеү һалырға онотмағыҙ.
Ә бына ҡояштан һаҡлаусы күҙлек йәки алтын сылбыр ирегеҙ – икенсе яртығыҙ – менән ғаилә мөнәсәбәттәрен тағы нығытырға, ирегеҙҙе фекерегеҙгә даими ҡолаҡ һалырға ярҙам итер. Гөбөргәйел статуэткаһы карьера баҫҡыстары буйлап үрләргә ярҙам итһә, тәлмәрйен һыны финанас, матди йәһәттән уңыштар ылыҡтыра, ти фэн-шуйға ышанғандар. Законлы никахтағы иргә мендәр, йәки яҫтыҡ бүләк итһәң, ғаилә тормошона һиллек, гармония килтерә икән. Ә ике яҫтыҡты өйләнмәгән кешегә бирһәң, уның тиҙерәк күҙле-башлы булыуы ихтимал.
Ут менән бәйле бүләктәр уңышһыҙлыҡтар килтерә. Шуға кальян, зажигалка бүләк итмәү хәйерле. Эшлекле партнерҙарға бирсәткәне презент булараҡ биреү килешеүҙәрҙең өҙөлөүенә, иреш-талашҡа, хатта эшһеҙ ҡалыуға килтереүе ихтимал. Галстук бүләк итһәң, ирегеҙ тик һеҙҙең һүҙҙән сыҡмаясаҡ, ти бәғзе берәүҙәр. Офис кәрәк-яраҡтары иһә көслө зат вәкиленең көнө-төнө эштә юғалып тороуына ишара икән. Төрлө ырам-ышаныуҙарға ҡараһаң, бүләк ителгән ойоҡбаш, башалтай ғаиләлә ығы-зығы сәбәпсеһенә әйләнә...
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, нимә генә бүләк итһәк тә, барыһы ла ихлас күңелдән булһын. Иң мөһиме – иғтибар. Ә һеҙ көслө зат вәкилдәренә нимә бүләк итергә йыйынаһығыҙ? Бәлки, сайт уҡыусыларына кәңәштәрегеҙ барҙыр?