-30 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
21 Февраля 2020, 12:00

Матур датала 260-тан ашыу пар никахтарын теркәгән

Киләһе шәп вариант ошо шәмбе — 22.02.2020.

Матур датала — 2020 йылдың 20 февралендә Башҡортостан ЗАГС-тарында 260-тан ашыу пар никахтарын теркәне, тип хәбәр итте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Өфөлә 100-ҙән күберәк йәш пар сәстәрен сәскә бәйләне.
Бынан алда агентлыҡ «дүрт ике һаны булған көндә» өйләнешергә теләүселәрҙең күп булыуы тураһында хәбәр иткәйне. Йәштәр ошондай «матур даталар»ҙы тылсымлы тип иҫәпләй, был көндә ныҡ һәм бәхетле ғаиләләр ҡорола тип ышана.
Туй көнө өсөн киләһе шәп вариант ошо шәмбе — 22.02.2020.
Читайте нас в