+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 11:40

Сәсеүгә тулыһынса әҙербеҙ

Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итте

Башҡортостан быйылғы сәсеү кампанияһына тулыһынса әҙер, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Республика хужалыҡтарында бөтәһе 295 мең тонна яҙғы иген культуралары әҙерләнгән, шуларҙың 33 мең тоннаһы – суперэлита һәм элита.
Яҙғы культураларҙы 2 миллион гектарҙа сәсеү бурысы тора, шул иҫәптән ашлыҡты – 1,35 миллион гектарҙа, ужым ашлығы 400 гектар майҙанда сәселгән.
Яҙғы баҫыу эштәрендә 12 мең трактор ҡатнаша, шуларҙың 2,2 меңе – сылбырлы тәгәрмәсле.
Республика райондарында тупраҡты сәсеүгә әҙерләү өсөн баҫыуға 10 мең трактор агрегаты сыға, 4,8 мең агрегат туранан-тура сәсеүгә йәлеп ителә. Ошо техника менән сәсеүҙе 12-14 көндә тамамлау күҙ уңында тотола.
Читайте нас: