+22 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 11:30

Социаль әһәмиәттәге объекттар сафҡа индерелә

Яңы балалар баҡсалары төҙөлә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҙна һайын үткәрелгән ултырышында Башҡортостанда 2019 йылда милли проекттарҙың үтәлеше һәм 2020 йылға өҫтөнлөклө бурыстар тураһында һүҙ барҙы.
«Милли проекттар үтәлеше хаҡында һөйләгәндә, уҙған йыл республика өсөн күп һанлы социаль әһәмиәттәге объекттар йылы булды, тип әйтергә мөмкин. 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, балалар поликлиникалары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт йорттары, йәмәғәт территориялары һәм бик күп башҡа мөһим объекттар сафҡа индерелде», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров.
«Демография» милли проекты сиктәрендә беҙҙең районда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә.
Дәүләкән ҡалаһының Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарында яңы балалар баҡсалары төҙөлә. Был объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2020 йылдың аҙағы – 2021 йылдың башына планлаштырылған.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: