+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 11:20

М-5 трассаһында утыҙҙан ашыу машина бәрелешкән

Юлдарҙа абай булығыҙ

Кисәге һауа торошо Өфө эргәһендәге юлдарҙағы хәлде бермә-бер ҡатмарлаштырҙы. Һамар-Өфө-Силәбе трассаһында ун авария теркәлеп, уларҙа йәмғеһе 30 автомобиль бәрелешкән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр иткән.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был аварияларҙың күпселеге 1429-сы – 1455-се саҡрымдар араһында теркәлгән. Мәҫәлән, көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә бер юлы дүрт автомобиль бәрелешкән.
Трассаның 1454-се километрында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа ун автомобиль зыян күргән.
Социаль селтәрҙә был хәлдәрҙең шаһиты булыусылар, авариялар арҡаһында ҙур тығындар барлыҡҡа килеүе, алғы күренештең сикләнеүе, боҙло юлдарҙың хәүефе тураһында яҙа.
Бына шуларҙың бер нисәүһе: “Ҡыҫҡа ғына юлды ике сәғәт дауамында үттем. Ысын мәғәнәһендә каток!”. “Бер ваҡытта ла бер көн эсендә шул сама авария күрергә тура килгәне юҡ ине... 20 машина һананым...”
Юлдарҙа абай булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бер минутҡа ла иҫтән сығармағыҙ, хөрмәтле дуҫтар!
Фото: gtrk.tv
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: