+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 17:20

Һин алып өлгөргәнһең, ә ул...

Сираттағы финанс пирамидаһы

Иғтибар итәһегеҙҙер: Башҡортостанды ғына түгел, илде "19200" тигән шикле финанс уйыны ялмап алды. Унда ҡатнашыусыларға 2400 һум (был сумманың төрлө булыуы ла мөмкин) аҡса индерергә тәҡдим ителә, йәнәһе лә, аҙаҡ, үҙ сиратында, ул уны күбәйтеп - 19200 һум аласаҡ. Таныштар, хатта яҡындар араһында "мин шундай төҫкә сыҡтым!" тип "ҡыуаныстары" менән уртаҡлашҡанына шаһит булырға тура килә. Иң алда, күк төҫтә торған уйынсыға, 15 кешенең аҡсаһы күсә, ул системанан сыға, уның урынын артынан килеүсе "бәхетле" ала. Шулай, арттағы ҡатнашыусылар алға күсә барып, үҙ сиратын көтә. Икенсе һәм өсөнсө уйынсы күрһәтелгән күләмдәге аҡсаны алһын өсөн схемала 32 кешенең булыуы мотлаҡ, тиелә ҡағиҙәлә.

Был система Мавроди заманындағы финанс пирамиданы хәтерләтә. Айырмаһы исемендә генә: ул ваҡытта аҡсаны инвестицияға һалыу тип аталһа, быныһы уйын имеш.
Был уйынды кем башлап ебәргәнен ҡатнашыусылар белмәй ҙә, шуға аҙаҡ кемгәлер нимәлер тип дәғүә күрһәтеп тә булмай, сөнки ҡулда килешеү юҡ. Мотлаҡ отаһың тип берәү ҙә гарантия бирмәгән, уйынсы үҙ ирке менән аҡсаһын күсергән.

Уйынға ҡушылыусылар сылбыры өҙөлмәҫ тип кем әйтә ала, шуға ошондай шикле уйындарға аҡсағыҙҙы һалыр алдынан аҙағын уйлағыҙ тип иҫкәртке килә.

фото: gazeta.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: