+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 23:50

Торлаҡ урынына аҡса бирәсәктәр

Торлаҡ сертификаты аласаҡтар

Рәсәй Мәғариф министрлығы етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү ҡағиҙәләрен үҙгәртеүҙе планлаштыра. Закон проектына ярашлы, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр фатир урынына торлаҡ сертификаты аласаҡ.
Бер кешегә торлаҡтың социаль нормаһы 33 квадрат метр икәнлеген һәм ил буйынса бер квадрат метрҙың уртаса 45 мең һум тороуын иҫәпкә алып, сертификаттың күпмелек буласағын билдәләгәндәр: сумма - 1 миллион 487 300 һум. Сертификат исемле буласаҡ, уны бары торлаҡ алыуға ғына тотонорға мөмкин.
Белеүегеҙсә, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү эше илдә маҡтанырлыҡ түгел, сират ҙур. Әле Рәсәйҙә 279 меңдән ашыу етем торлаҡ алыу исемлегендә. Бәлки , торлаҡ сертификаты ярҙамында фатир алыусылар артыр , мохтаждар һаны ҡыҫҡарыр, тигән өмөт бар.
Фото: Ирина Шарова.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: