+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 17:40

Дәүләкәндәр аҡ көләпә үҫтерергә ниәтләй

Ауыл хужалығы проекты

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
“Пакер” фәнни-етештереү фирмаһы директоры Марат Ноғоманов нефть ҡорамалдарын етештереү һәм хеҙмәтләндереү буйынса ҡеүәттәрҙе яңыртыу проекты менән таныштырҙы. Төп өҫтөнлөктәр иҫәбенә компания етәксеһе хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы индерҙе. Әйткәндәй, былтыр компания “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан.
Инвестиция комитеты предприятиеға һалым ташламаһы биреүҙе хупланы. Бынан тыш, “Пакер”ға продукцияһын һәм хеҙмәттәрен танытыу йәһәтенән методик ярҙам күрһәтеләсәк.
“Проспект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Мария Новоселова бәләкәй архитектур формалар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештереү предприятиеһы асыу проекты тураһында һөйләне. Инвесторҙар предприятиены Благовещендағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә асырға ниәтләй. Проект өс йылға иҫәпләнә, хаҡы 250 миллион күләмендә баһалана, унда 15 эш урыны (шулай уҡ һаулығында кәмселектәре булған кешеләр өсөн дә) булдырыу күҙаллана. Предприятиеның етештереү ҡеүәте төҙөкләндереү буйынса комплекслы программаларҙы тормошҡа ашырғанда Башҡортостандың эске ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, Мария Новоселова әйтеүенсә, шәхси конструкторлыҡ бюроһы продукцияны милли стилдә биҙәп сығарасаҡ.
“Урожай” компаниялар төркөмө республикалағы иң ҙур аграр предприятиелар иҫәбенә инә. Уның ҡарамағында – Ауырғазы районындағы ике һөтсөлөк фермаһы, 70 мең гектарҙан ашыу сәсеүлек майҙаны, 85 мең тонна игенгә иҫәпләнгән элеватор. Предприятие милексеһе Радик Рафиҡов компанияның ике инвестиция проектын тормошҡа ашырыуы тураһында һөйләне. Уларҙың береһе – һөтсөлөк комплексы төҙөү, икенсеһе иһә – селекция-баҡсасылыҡ үҙәге асыу. Радий Хәбиров аграрийҙарҙың инвестиция башланғыстарын хупланы. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә селекция-баҡсасылыҡ үҙәген өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерергә ҡарар ителде, ә һөтсөлөк комплексын төҙөү мәсьәләһе, финанс моделе эшләнгәс, “Инвестиция сәғәте”ндә ҡайтанан тикшереләсәк.
Тағы ла бер ауыл хужалығы проекты – Дәүләкән районында аҡ көләпә үҫтереү фермаһы асыу. Проектты эшҡыуар Рөстәм Ғарипов тәҡдим итте. Инвесторҙар йыл һайын 4,3 мең тонна бәшмәк үҫтерергә ниәтләй. “Джиэрэр Агро” йәмғиәте (“Башгибрид” компанияһына инә) вәкилдәре белдереүенсә, етештереүҙә Голландия технологияһы ҡулланыласаҡ.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: