Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты тикшереү башланы. Проблема республикала күптәр өсөн көнүҙәк ти эксперттар.
Яңы квитанцияларҙа йылы өсөн түләү ныҡ артыуы теркәлгән. Инспекторҙар өҫтәп яҙылған 66 миллион һумлыҡ сумманың 13 миллионын нигеҙһеҙ тип тапҡан.
Тикшереү апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк.