-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
28 Февраля 2020, 12:40

Ирекмәндәренең беренсе осрашыуы үтте

Кисә Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы ирекмәндәренең осрашыуы үтте

Республикаға 80 ил вәкиленең килеүе көтөлә. Башҡортостан фольклориада барышында 9 зонаға бүленәсәк, 10-сыһы Өфөлә ойошторола.
Форумда киңәйтелгән экскурсиялар, концерт программалары, күргәҙмә-йәрминкәләр эшләйәсәк. Сара рәсми рәүештә Өфө-аренала асылғандан һуң, икенсе көн милли костюмдар парадын үткәреү ҡаралған. Шуға ла ҙур байрамды ойоштороуға ирекмәндәр йәлеп ителәсәк.
Ике аҙна дауамында ирекмәндәр ҡатнашыусылар төркөмөн оҙатып йөрөтәсәк. Фольклориаданы үткәреүҙә студенттарҙан тыш, хаҡлы ялдағылар ҙа ярҙамлашырға теләк белдергән. Бөгөн 500-гә яҡын заявка ҡабул ителгән.
Читайте нас в