Был етеҙ әҙәм эҙ ҡалдырырға тырышмаһа ла, уның кем икәнлеген видеокамераларҙан асыҡлағандар. Туймазы районы һәм баш ҡала полицейскийҙары берләшеп, 29 йәшлек Бәләбәй районы кешеһен тотҡандар. Ул Татарстан Республикаһына сығып китеп өлгөргән булған.
"Фокуссы"ға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әгәр ошо әҙәмдең мутлығынан зыян күргән булһағыҙ, полицияға мөржәғәт итегеҙ. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.