+8 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 13:30
Беренсе балаға әсәлек капиталы
Законға ҡул ҡуйылды
Әсәлек капиталы беренсе бала тыуғас та тапшырыла башлай. Рәсәй президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталына һылтанма менән ТАСС хәбәр итте.
Документҡа ярашлы, программа 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Ике балалы ғаиләләр өсөн түләү күләме арта. Шулай уҡ түләүҙәрҙе йыл һайын индексациялау ҡаралған.
Капиталды 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы тыуған йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр алырға мөмкин, уларға 466 617 һум түләнә. Икенсе һәм артабанғы бала донъяға килгән йәки уллыҡҡа алынған осраҡта түләү күләме 616 617 һум була.
Ғаиләләрҙең әсәлек капиталын торлаҡ һалыуға йәки реконструкциялауға (шул иҫәптән баҡса участкаларында) йүнәлтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Быйыл Рәсәйҙә миллиондан ашыу ғаилә беренсе һәм икенсе балға аҡса алыр тип көтөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1420100-matkapital-za-perventsa-v-rossii-podpisan-zakon-s-rasshireniem-programmy-vyplat/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: