0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 19:00

Сувенир продукцияһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителде

VI Бөтә донъя фольклориадаһы символикаһы сувенирына конкурс

VI Бөтә донъя фольклориадаһы символикаһы менән иң яҡшы сувенир продукцияһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителде. Унда ҡатнашыуға сувенир продукцияһын күпләп етештереү мөмкинлегенә эйә оҫталар ҙа саҡырыла. Кәрәкле тираж — 2000 дананан башлап.
Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең мәҙәниәтен, тарихын һәм этник үҙенсәлеген сағылдырған, юғары ижади художество кимәлен күрһәткән сувенир әйберҙәр ҡабул ителә.
Эштәр теләһә ниндәй материалдан, биҙәү-ҡулланма ижадының теләһә ниндәй жанрында башҡарылған изделие өлгөһө рәүешендә тапшырыла. Конкурс категориялары — VI Бөтә донъя фольклориадаһы CIOFF®2020 логотибы төшөрөлгән башҡорт VIP-сувениры, Текстиль сувенир, Полиграфия сувениры.
Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 31 мартына тиклем яһала, һөҙөмтәләр Фольклориаданың рәсми сайтында баҫыла. Еңеүселәр дипломдар һәм 18 июлдә Өфөгә VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡырыу менән бүләкләнә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы һәм эштәрҙе 2020 йылдың 25 февраленән 2020 йылдың 20 мартына тиклем тапшырырға кәрәк. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт — һылтанма буйынса.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: