-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 18:00

Байрам көндәрендә почта бүлексәләре нисек эшләй

Почта бүлексәләренең эш графигы тураһында

Өфө почтамты байрам һәм ял көндәрендә почта бүлексәләренең эш графигы тураһында хәбәр итте.
8 март – тотош республикала почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял көнө. Был көндә посылка, гәзит-журналдар таратылмай.
«Шәмбе, 7 мартта, почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй. Эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Дүшәмбе, 9 мартта, бүлексәләр йәкшәмбе графигы буйынса эшләй, — тип өҫтәне Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Пенсия һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе менән килешеү буйынса таратыла».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытынан алда таратыу башланды.
Читайте нас в