+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 13:00

Федераль Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы закон проекты әҙерләй

Рәсәйҙә отпуск, декрет ялы һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы өсөн түләү системаһы үҙгәреүе мөмкин

Рәсәйҙә сираттағы отпуск, декрет ялы һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы өсөн түләү системаһы үҙгәреүе мөмкин. Федераль Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тейешле закон проектын әҙерләй.
Документҡа ярашлы, был түләүҙәрҙе эш биреүселәр түгел, ә Социаль страховкалау фонды ҡапларға тейеш. «Известия» хәбәр итеүенсә, бындай мөһим үҙгәрештәр граждандар бөтә страховка түләүҙәрен мотлаҡ алһын өсөн ҡабул ителә.
Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был сара халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш. Закон проекты хеҙмәткәрҙәргә бер нисә өҫтөнлөк бирә.
«Мәҫәлән, эш биреүсенең билдәләнгән түләү өсөн аҡсаһы булмауы мөмкин, — ти Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаев. — Шулай уҡ эшселәр эшкә яраҡһыҙлыҡ өсөн Социаль страховкалау фонды кассаһынан аҡса алғанда үҙҙәрен әлегегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ тойор ине».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: