+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 14:40

Ғүмер буйы йыйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Мутлашыусылар ҡармағына эләккән

Мутлашыусылар ҡармағына эләккән кешеләр тураһында күп яҙыла, әммә алданыусылар табылып тора.
46 йәшлек Учалы районы кешеһе фатир һатып алыу өсөн банкта аҡса йыйған. Ошо көндәрҙә уға билдәһеҙ кеше телефондан шылтыратып, үҙен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған һәм мутлашыусыларға эләкмәҫ өсөн, картаның номерын, өс һанлы кодын һораған. Хәйләһеҙ ир барыһын да әйтеп биргән.
Икенсе көнөнә “банк хеҙмәткәре” йәнә шылтыратҡан һәм миллион хужаһын арбаған, күрәһең... Башҡаса был хәлде аңлауы ҡыйын. Ир кеше уның ҡушыуы буйынса банктан аҡсаһын алған, банкоматҡа барып, бур әйткән иҫәпкә ике сәғәт дауамында 15-әр меңләп күсергән, был операцияларҙы үтәгән ваҡытта “банк хеҙмәткәре” телефон аша даими бәйләнештә булған.
... Күпмелер ваҡыт үткәс кенә ир кеше төп башына ултыртылғанын аңлаған һәм полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Шулай, ике сәғәт эсендә Учалы кешеһе ғүмер буйы йыйған 1 миллион 30 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Бур тотолоп, язаһын алыр, хәләл аҡса хужаһына ҡайтарылыр, тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, 2019 йылда учалыларҙы мутлашыусылар 6,5 миллион һумға алдаған.
Фото: kurieronline.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: