0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 11:30

Күпме кешене ағыулағандар...

Алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке изделиелары етештергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Нефтекама ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре легаль булмаған алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке изделиелары етештергән ойошманың ойоштороусыларын тотҡан. Цехтарҙа дөйөм суммаһы 2,5 миллион һумдан ашыулыҡ, маркировкаланмаған әҙер продукция табылған.
Законһыҙ ғәмәл менән урындағы кешеләр шөғөлләнгән. Улар үҙҙәре етештергән легаль булмаған продукция менән сауҙа ла иткәндәр. Эшмәкәрлектәренең киңлегенә хайран ҡалырлыҡ.
Йәшерен цехтар ҡаланың промзонаһында, гараж бокстары араһында урынлашҡан булған. Унан тыш, шик аҫтына алынған бер әҙәмгә туған тейешле ҡатындың шәхси мунсаһын, Яңауыл районындағы бер ферма биләмәһен, шәхси йорттарын да “эш” өсөн ҡулланғандар. Атап әйткәндә, тап ошо урындарҙа барлығы өс мең литрҙан ашыу спиртлы эсемлектәр тапҡандар.
Оперативниктар йәшерен цехтарҙа, шулай уҡ, төрлө ҡорамалдар, спирт етештереү өсөн ингридиенттар ҙа булыуын асыҡлаған. Енәйәтсел төркөмдөң легаль булмаған алкоголле эсемлектәрҙе ташыу өсөн хатта махсус биш автомашинаһы ла булған.
Төркөмдөң етәксеһе – 49 йәшлек уҙаман. Ул быға тиклем дә ауыр статьялар буйынса хөкөм ителгән. Уға ирле-ҡатынлы 33 йәшлек ханым һәм 39 йәшлек ир ярҙам иткән. Мәғлүм булыуынса, был ир ҙә хөкөм ителгән. Унан тыш, төркөмдөң эшен, шулай уҡ, 38 йәшлек Краснокама кешеһе лә башҡарған.
Асыҡланыуынса, законһыҙ спиртлы эсемлектәр Нефтекама ҡалаһы һәм районы биләмәһендә, Краснокама, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында ла һатылған. Шулай уҡ, биналарҙа 8,5 мең ҡап тәмәке табылған. Уларҙа маркировка булыуы мәғлүм.
Шундай киң законһыҙ эшмәкәрлек йәйелдергән “эшҡыуарҙар”ға ҡаршы енәйәт эше асылған. Тикшереү эштәре дауам итә.
Фото: 02.мвд.рф
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: