+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 18:20

Ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда быйыл йәй үтәсәк Фолькориадала ирекмән булараҡ ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә

Әлегә 400-гә яҡын кеше фестиваль ҡунаҡтарына ярҙам итергә теләк белдергән. Исемлектә башлыса студенттар, шулай уҡ был өлкәлә тәжрибәһе булған уҡытыусылар, көмөш ирекмәндәр ҙә бар.
Өфөлә генә 700 тирәһе ирекмәндең ярҙамы кәрәк була. Райондарҙа ла уларҙы ҡабул итеү бара. Уҡытыу курстары май айына тәғәйенләнгән. Көмөш ирекмән Мәрйәм Әбәкәсева.
Бөтә донъя Фольклориадаһы Башҡортостанда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтә. Республикаға 80 илдән 2 мең ярымдан ашыу ҡунаҡ килергә йыйына. Уларҙы ике аҙна дауамында ирекмәндәр оҙатып йөрөйәсәк.
Читайте нас: