Башҡортостанда йыл башына пенсионерҙар һаны 1,190 миллионға тиклем кәмегән. Уртаса пенсия 14,4 мең һумдан артҡан, тип белдерҙеләр Башстатта.
Республикала хаҡлы ялдағыларҙың күпселеге йәки 1,092 миллион кеше страховка пенсияһын ала – уртаса 14,8 мең һум.
Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусылар – 98 мең кеше. Уларҙың һәр береһенә уртаса 9,6 мең һумдан ашыу түләнә.
Сағыштырыу өсөн: 2019 йылдың 1 ғинуарына республикала 1,195 миллион пенсионер иҫәпләнде, уртаса пенсия 13 585 һум булды.