+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 11:30

Сирлеләр һаны 17-гә етте

Һуңғы тәүлектә тағы өс кешенең коронавирус менән сирләүе асыҡланған

Коронавирусҡа бәйле хәл контролдә тиһәләр ҙә, Рәсәйҙә был ҡурҡыныс сир йоғоуҙың яңы осраҡтары асыҡланып тора. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә тағы өс кешенең коронавирус менән сирләүе асыҡланған. Барыһы ла - беҙҙең ил граждандары, улар яңыраҡ Италиянан ҡайтҡан. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, сирләүселәр Калининград һәм Белгород өлкәләрендә, шулай уҡ Мәскәү эргәһендә табылған. Барыһы ла дауаханаға оҙатылған, ә улар менән аралашҡандар - карантинда.
Шулай итеп, Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороп сирләгәндәрҙең рәсми һаны 17-гә етте. Быға тиклем 14 осраҡ теркәлгәйне, улар араһында 11 рәсәйле, ике - Ҡытай, бер Италия кешеһе бар ине.
Фото: Интерфакс
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: