-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
12 Марта 2020, 14:30

Әсәлек капиталын автоматик рәүештә тапшыра башлайҙар

Сара 15 апрелдә көсөнә инә.

Әсәлек капиталына сертификат тапшырыу Рәсәйҙә автоматик рәүештә күрһәтелгән тәүге социаль дәүләт хеҙмәте була. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау сайтында хәбәр ителә.
Саралар 15 апрелдә көсөнә инә.
Пенсия фонды бала тыуғандан һуң кәрәкле мәғлүмәттәрҙе бала һәм уның ата-әсәһе тураһында барлыҡ мәғлүмәттәр тупланған Берҙәм гражданлыҡ хәле акттарын теркәү реестрынан алырға тейеш.
Унда сертификат биреүгә ҡаршылыҡ тыуҙырған сикләүҙәр тураһында мәғлүмәт тикшерелә. Әгәр бындай сикләүҙәр асыҡланмаһа, документ теркәлә, ә уның хаҡында мәғлүмәт сертификат хужаһына ебәрелә.
Сертификат тапшырыу тураһында белдереү ҙә әсәнең дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән шәхси кабинетына һәм порталда күрһәтелгән номерына ебәрелә. Әгәр дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәү йәки берҙәм реестрҙа бала тураһында мәғлүмәттәр булмаһа, ғаризаны Рәсәйҙең Пенсия фонды бүлексәләрендә һәм күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин. Бындай осраҡтарҙа әсәлек капиталы сертификатын алыу ваҡыты 15-тән 5 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартыла, ә уның әҙер булыуы тураһында Пенсия фондының берҙәм контакт үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.
Читайте нас в