+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 11:30

Хужаһыҙ йорттар

Ауыл биләмәләрендә ташландыҡ йорттар күпләп осрай

Бөгөн ауыл биләмәләрендә ташландыҡ йорттар күпләп осрай. Ошо буш торған ҡоролмалар йыш ҡына насар торошта һәм улар урамдың йәиһә ауылдың тышҡы күренешен боҙа, йәмен ебәрә. Был да әле иң мөһиме түгел, ә бит улар башҡа кешеләргә файҙа килтерә алыр ине. Уларҙа социаль әһәмиәткә эйә булған объекттар урынлашыр йәиһә башҡа кешеләр йәшәр ине, әгәр милек ташландыҡ торған хәлдән муниципаль милеккә күсерелгән булһа. Был турала Поляковка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең ер төҙөлөшө буйынса 1 категория белгесе Г. Фазуллина һөйләй: «Дәүләкән районы биләмәләрендә ташландыҡ мөлкәтте асыҡлау, иҫәпләү һәм муниципаль милеккә иҫәпкә ҡуйыу буйынса эш алып барыла. Был процедура федераль закон кимәлендә 15 йылдан ашыу ғәмәлдә.
Хужаһы булмаған, йәиһә билдәһеҙ тип иҫәпләнгән, шулай уҡ хужаһы милек хоҡуғынан баш тартҡан милек Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 225-се статьяһына ярашлы, ташландыҡ тип һанала. Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад үҫеше министрлығының 2015 йылдың 10 декабрендәге «Хужаһыҙ күсемһеҙ милекте иҫәпкә ҡуйыу тәртибен урынлаштырыу тураһында»ғы 931-се бойороғо менән билдәләнгәнсә, хужаһыҙ күсемһеҙ милек ниндәй территорияла урынлашыуына ҡарап, урындағы үҙидаралыҡ органының ғаризаһы буйынса күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә иҫәпкә ҡуйыусы орган тарафынан ҡабул ителә.
Уполномоченный органдарҙан күсемһеҙ милеккә техник документация һәм ер участкаһына межалау планын әҙерләүгә ярашлы мәғлүмәттәр алғас, урындағы үҙидаралыҡ органы билдәле күсемһеҙ объект буйынса ғаризаны һәм материалдарҙы хужаһыҙ милек итеп кадастр йәиһә дәүләт иҫәбенә ҡуйыу өсөн Росреестр идаралығына ебәрә. Объектты Росреестрға иҫәпкә ҡуйғандан алып, биләмәнең урындағы үҙидаралыҡ органы объектты муниципаль милек итеп теркәгәнгә йәиһә хужаһыҙ тип иҫәптән төшөргәнгә тиклем уны ваҡытлыса файҙалана ала. Күсемһеҙ милекте (йорт, ер участкаһы) дәүләт иҫәбенә ҡуйғандан һуң бер йыл үткәс, уға башҡа кешеләрҙән дәғүә булмаһа, биләмә хакимиәте биләмәнең муниципаль милек хоҡуғын таныу өсөн ғариза һәм кәрәкле документтар менән судҡа мөрәжәғәт итә.
Муниципаль ойошманың хужаһыҙ күсемһеҙ милеккә (йорт, ер участкаһы) хоҡуғы суд ҡарары һәм закон үҙ көсөнә инеүе нигеҙендә документтар объектҡа ЕГРН- дан тейешле өлгөләге өҙөмтә биреп, муниципаль милекте теркәүсе Росреестр идаралығына ебәрелә. Бөтә был процедуралар үткәрелгәндән һуң урындағы үҙидара органы билдәләнгән закон тәртибендә был мөлкәтте артабан нисек файҙаланыу тураһында ҡарар сығара».
Читайте нас: