+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 11:20

«Салауат Юлаев» Өфөлә «Аҡ Барыҫ» менән уйынға билеттар һатыуҙы туҡтатты

Был коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле

Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы плей-офф ярымфинал серияһының «Салауат Юлаев» менән уйындарына билеттар һатыуҙы туҡтатты. «Башинформ» агентлығына «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы медиа-үҙәге етәксеһе Михаил Степанов хәбәр итеүенсә, был яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле
«Беҙ ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың ҡарарҙарын көтәбеҙ», — тине Степанов.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән бөгөн 24 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында булырға тейешле дүртенсе уйынға билеттар һатыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. 22 мартҡа «Өфө-Арена»ға бөтә билеттар һатылып бөткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әгәр уйынды тамашасыларһыҙ уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителһә, клуб уларҙың тулы хаҡын ҡайтара.
Читайте нас: