-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2020, 13:20
Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр юҡ
Урамдан өйгә ҡайтҡас, ауыҙ-танауҙы, ҡулдарҙы яҡшы итеп йыуырға ла оноторға ярамай.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Жеребцов, Төбәктең гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак, 4-се инфекция дауаханаһының баш табибы Радик Ғәлимовтар ҡатнашлығында республикала коронавирусты иҫкәртеү сараларына арналған матбуғат конференцияһы үтте.
Бөгөн коронавирустың бөтә донъя буйлап таралыуы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Матбуғат конференцияһында яңғыраған һандарға күҙ һалайыҡ. Бөгөнгө көнгә ҡарата 125 меңдән ашыу кешенең был сир менән ауырыуы асыҡланған, 4615 кеше ауырыуҙан өҙлөгөүҙән вафат булған. Сирләүселәрҙең 80 меңдән ашыуын Ҡытай халҡы тәшкил итә. Икенсе урынды Италия биләй, унда 13 меңдән ашыу кешенең коронавирус йоҡтороуы асыҡланған. Артабан иһә Иран, Көньяҡ Корея, Франция, Испания, Германия, Америка килә. Рәсәйҙә иһә 34 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Башҡортостанда бер кешенең дә коронавирус менән сирләүе күҙәтелмәгән.
Һаҡланыу саралары күрелә. “Өфө” аэропортында ныҡлы күҙәтеү индерелгән. Айырыуса сит илдән ҡайтҡан, килгән граждандар ныҡлы иғтибар үҙәгендә. Әлеге ваҡытта 311 кеше һәм тағыла бер – Ҡытай һәм өс Италия гражданы медицина күҙәтеүе аҫтында. Әммә уларҙың береһендә лә коронавирус асыҡланмаған. Шулай уҡ интернет селтәрҙәрендә әленән-әле күренгән имеш-мимештәр ҙә раҫланмаған.
Төбәктең гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак һәр кеше үҙенең сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты аңларға тейеш. Шуға күрә сит илдән сәфәрҙән йә командировканан ҡайтҡан һәр кем был хаҡта медицина учреждениеларына хәбәр итеп, бер нисә көн өйҙә генә торорға тейеш. Эшкә йөрөмәгән көндәр өсөн больничный түәләнәсәк, тип аңлатты ул. Битлек тә ауырыуҙан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе. Шулай уҡ урамдан өйгә ҡайтҡас, ауыҙ-танауҙы, ҡулдарҙы яҡшы итеп йыуырға ла оноторға ярамай.
Фото:Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?