Стәрлетамаҡтан Яр Саллы ҡалаһына юлға сыҡҡан пассажирҙар автобусы, тормоздары тотмау сәбәпле, аварияға эләккән.
Татарстанда “Башавтотранс” автобусы ҡатнашлығындағы аварияла туғыҙ кеше бәләгә тарыған. Был хәл хаҡында социаль селтәрҙә ваҡиға шаһиттары һөйләгән һәм авария урынынан фотолар ебәргән.
"Автобус Стәрлетамаҡтан сыҡҡанда уҡ уның төҙөк түгеллеген һиҙгәйнек инде, - ти пассажирҙар. - Урыссу ҡасабаһы янында тормозы тотмау һөҙөмтәһендә аварияға эләктек".
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай. Әҙерлекһеҙ машинаны оло юлға, алыҫ маршрутҡа сығарған “”Башавтотранс” етәкселегенә лә уйланырға урын бар. Ярай әле, был юлы ҡорбандарһыҙ, тип еңел һуларға ғына ҡала.