+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2020, 13:20

Үәт һиңә начальник!

Ғәйебен таныған

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Учалы почтамтына ҡараған бер почта бүлексәһенең элекке начальнигына ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Ҡатын вазифауи хәлен ҡулланып, 300 мең һум самаһы аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр начальник туғыҙ ай дауамында почта аша һатылған тауарҙарҙы кешеләргә бурысҡа биргән. Улар иһә бурысын ҡайтарғас, аҡсаны кассаға түгел, ә үҙ кеҫәһенә һала барған. Унан тыш, кассалағы 148 мең һумды ла шәхси мәнфәғәтендә файҙаланған. Дөйөм алғанда, "Рәсәй почта"һына 300 мең һум самаһы зыян килтерелгән.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтте "Рәсәй почтаһы" хеҙмәткәрҙәре ойошторған эске тикшереү ваҡытында асыҡлағандар һәм кисекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткәндәр. Начальник ғәйебен таныған. Ул закон алдында яуап бирәсәк. Башҡортостанда Федераль почта хеҙмәте хәбәр итеүенсә, артабан кешеләрҙе эшкә алғанда уларҙың һөнәри һәм эшлекле сифаттарын нығыраҡ тикшерергә ҡарар иткәндәр.
Фото: Астрахань.ру
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: