+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 11:20

Һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлә

Ҡар ҡатыш ямғыр

Яңы аҙна башынан һауа торошонда үҙгәрештәр, төндә -15-ҡаса һыуыҡтар көтөлә, тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән.
16 мартта, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, электр сымдарына һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы күҙаллана, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Көндөҙгө һауа температураһы -2-нән +3 градус арауығында тирбәләсәк, төндә -1...-6 градус һыуыҡ.
17 март төнөндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, ә көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Көндөҙ -1 градустан 4 градусҡа тиклем йылыта, ә төндә -3...-8 градус, аяҙытҡанда урыны менән -15 градусҡаса һыуытыуы күҙаллана.
Көндөҙ йылытып, төндәрен арыу ғына һыуытыу, шулай уҡ епшек ҡар яуыу сәбәпле, юлдарҙа һаҡ булыуығыҙ һорала.
Фото: bezformata.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: